Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
8 Февраль 2023, 15:00

Бөгөн ғалимдар ҡотлауҙар ҡабул итә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ғалимдарҙы һөнәри байрамы — Рәсәй фәне көнө менән ҡотланы.

Бөгөн ғалимдар ҡотлауҙар ҡабул итә
Бөгөн ғалимдар ҡотлауҙар ҡабул итә

«Һеҙгә һаулыҡ, уңышлы эш, илһам һәм рух күтәренкелеге теләйем! Артабан да республика һәм ил мәнфәғәте өсөн бергәләп эшләрбеҙ!», – тип билдәләне ул һәм  республика ғалимдарына Башҡортостандың фәнни-технологик ҡеүәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәне, һайлаған һөнәренә тоғролоғо өсөн рәхмәт белдерҙе.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, Башҡортостан хаҡлы рәүештә үҙенең көслө академик һәм университет традициялары, ғилми мәктәптәре, уларҙың эш һөҙөмтәләрен иҡтисадтың реаль секторына индереү менән дан тота.

«Беҙ республиканың Төбәктәрҙе фәнни-технологик үҫтереүҙең милли рейтингында тәүге бишәү иҫәбенә инеүе менән ғорурланабыҙ. Был ғилми берләшмәбеҙҙең һәм идара итеү командаһының бик мөһим дөйөм ҡаҙанышы, – тине төбәк етәксеһе. – Индустриаль партнерҙар менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә өлгәшелгән донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең уңыштары Башҡортостандың конкурентлыҡ һәләтен нығытыуға, ғөмүмән, ил иҡтисадын үҫтереүгә хеҙмәт итә. Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә Рәсәйҙең 30 алдынғы инженер мәктәптәренең береһе асылды. Вуз-ара кампус төҙөлөшөнөң әүҙем фазаһы башлана. Беҙҙең университеттар — «Өҫтөнлөк 2030» программаһында ҡатнашыусылар финанслау күләмен арттыра һәм етди уңыштарға ирешә. Өфө Фән һәм технологиялар университеты Рәсәйҙә юғары белем биреүҙең танылған лидерҙарының береһенә әүерелә бара».

Рәсәй Президенты Владимир Путин иғлан иткән Фән һәм технологиялар ун йыллығы ғалимдар, тикшеренеүселәр, юғары мәктәп уҡытыусыларының үҙ һәләттәрен үҫтереү, университет һәм академияларҙың ғилми коллективтары эшмәкәрлеген популярлаштырыу, йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн киң мөмкинлектәр аса, тип билдәләне Радий Хәбиров.

 

Автор:
Читайте нас: