Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Март 2023, 14:00

Бөтә республика ҡарай уларҙы!

Бәләбәйҙә лә телейондоҙҙар бар! Башҡорт гимназия-интернатының 38 йәш хәбәрсенән торған командаһы уҡыу ойошмаһындағы яңылыҡтар хаҡында һөйләй, башҡортса социаль роликтар төшөрә. Уларҙы республиканың төп каналы эфирында күрергә мөмкин.

Бөтә республика ҡарай уларҙы!
Бөтә республика ҡарай уларҙы!

2019 йылда гимназия-интернат «БР дәүләт һәм халыҡтар телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған «Тамыр» телеселтәре»  республика проектына инә. Шул саҡта тележурналистар түңәрәге эшләй башлай. Уҡыу ойошмаһы етәкселеге уларҙың остазы итеп кемде ҡуйыу хаҡында уйлана. Монтажлауҙы кем белә? Кем сценарий яҙырға һәләтле? Кем башҡортса матур һәм дөрөҫ итеп һөйләй белә? Әлбиттә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зүлиә Исламова!

Был ҡыҙыҡлы проектта ҡатнашырға теләүсе команда тиҙ йыйыла. Ҙурыраҡтар монтажлау эшен һәм камераны өйрәнә башлай, бәләкәйерәктәр идеялар уйлай, актер образдарын һынап ҡарай. Коллективта төрлө йәштәге уҡыусылар – алтынсылар ҙа, унынсылар ҙа бар, уларға алмашҡа бишенселәр әҙерләнә.
Башта ҡыйыныраҡҡа тура килә. Төп эш Зүлиә Хәмзә ҡыҙына төшә. Хәҙер инде балалар тәжрибә туплаған. Йәш журналистар бер татыу ғаилә булып ижад итә. Һәр кем дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерә. Юҡҡа ғына уларҙың каналы «Бал ҡорто TV» исемен йөрөтмәй бит!

Регина Фәйезова материалы буйынса.

Фотолар гимназия-интернат архивынан

Бөтә республика ҡарай уларҙы!
Бөтә республика ҡарай уларҙы!
Автор:
Читайте нас: