Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Март 2023, 12:00

Балағыҙ 1 класҡа барамы? Ғариза яҙығыҙ!

1 апрелдә Башҡортостанда баланы беренсе класҡа алыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башлана. Был хаҡта республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин хәбәр итте.

Балағыҙ 1 класҡа барамы? Ғариза яҙығыҙ!
Балағыҙ 1 класҡа барамы? Ғариза яҙығыҙ!

«1 апрелдән мәктәпкә беркетелгән биләмәлә йәшәгән (йәғни йәшәгән урын буйынса) балаларҙың ата-әсәләре беренсе класҡа ғариза яҙырға мөмкин. Башҡалар 6 июлдән алып мәктәптә буш урындар бөткәнсе ошондай хоҡуҡҡа эйә, ләкин ағымдағы йылдың 5 сентябренән дә һуңға ҡалмаҫҡа кәрәк», — тип яҙҙы министр үҙенең телеграм-каналында.

Ғаризаны Дәүләт хеҙмәттәре порталы«Башҡортостан Республикаһы мәктәптәрен электрон комплектлау» мәғлүмәт системаһы аша, заказлы хат менән йәки мәктәпкә килеп тапшырырға була, тип иҫкә төшөрҙө Айбулат Хажин.

Автор:
Читайте нас: