Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Март 2023, 10:00

Беҙҙең педагогтар сираттағы турға үтте

Өфөлә 28-се төбәк-ара «Йылдың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» һәм 33-сө «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурстары дауам итә.

Беҙҙең педагогтар сираттағы турға үтте
Беҙҙең педагогтар сираттағы турға үтте

Беҙҙең Бәләбәй районынан унда өс уҡытыусы ҡатнаша. Приюттың 7-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сәлимә Закирова, Бәләбәй ҡалаһы 8-се урта мәктәптең тарих һәм йәмғиәт фәне уҡытыусыһы Ирина Оразметова һәм Бәләбәй гуманитар-техник колледжы педагогия бүлексәһенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Ғәлиуллина. Улар өсөһө лә беренсе тур биремдәрен уңышлы үтәп, киләһе турға үтте. Әйткәндәй, икенсе турға үтеүҙәрен дәлилләүсе ҡатнашыусы дипломдарын тапшырыу тантанаһын Сәлимә Хәйҙәр ҡыҙы «Уҡытыусыма» йырын йырлап асты.

Киләһе турҙа конкурсанттар оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә. Был турҙа ла беҙҙекеләргә уңыш йылмайһын!

Зөлфиә Ғарифуллина

Беҙҙең педагогтар сираттағы турға үтте
Беҙҙең педагогтар сираттағы турға үтте
Беҙҙең педагогтар сираттағы турға үтте
Автор:Зульфия Гарифуллина
Читайте нас: