Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Март 2023, 17:00

Ғүмер ул бер миҙгел...

Эйе, ғүмер ул бер генә һәм бер күҙ асып йомған ара. Уны үкенмәҫлек итеп, яҡшылыҡ сәсеп уҙғараһы ине.

Ғүмер ул бер миҙгел...
Ғүмер ул бер миҙгел...

Аллаға шөкөр, хеҙмәте, таланты, булмышы менән ғүмер юлынан ана шулай яҡшылыҡ, изгелек сәсеп, күптәр күңелендә һоҡланыу тыуҙырып йәшәүсе заттарыбыҙ бар беҙҙең һәм улар күп. Шундайҙарҙың береһе – бар ғүмерен музыкаға, балалар күңелендә йыр-моңға һөйөү тәрбиәләүгә, һәләтле балаларҙы күреп, уларҙың талантын үҫтереүгә бағышлаған музыка уҡытыусыһы Миңһылыу Миһранова.

Бәләбәй ҡалаһы «Урал батыр» милли-мәҙәни үҙәгендә Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә уҙған «Ғүмер ул бер миҙгел» тип исемләнгән күркәм кисә залды тултырып килгән тамашасыларҙы әлеге тыйнаҡ, әммә талантлы педагог, гүзәл ханым менән осраштырып, бергә аралашыу, «тәмле» йырҙар тыңлау минуттарын бүләк итте.

Бормалы, ҡатмарлы тормош юлынан үткәндә Миңһылыу Мансур ҡыҙына һынауҙар ҙа, шатлыҡтар ҙа кисерергә; булмышы музыка булһа ла, күп төрлө эштәрҙә эшләргә тура килә. Республика культура-ағартыу училищеһында уҡып, рус халыҡ уйын ҡоралдары оркестры етәксеһе белгеслеге алғас, Дүртөйлө районының Әсән ауылында йыр-музыка уҡытыусыһы булып эшләй, ҙур хор ойоштора. Ул ваҡыттан бирле күп йылдар, күп һыуҙар аҡһа ла, әсәндәр әлеге талантлы, йәнен балаларға биреп эшләгән педагогты онотмайҙар.

Шуға ла, хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, әле һаман эшен дауам итеүсе уҡытыусыға рәхмәттәрен белдерергә Дүртөйлө районынан тулы делегация, улар менән бергә кисәне ойоштороуҙың башында торған Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Назар Нәжми исемендәге премия лауреаты Радик Динәхмәтовтың килеүҙәре һәм кисәне сығыштары, күстәнәстәре, сәскәләре, йыр-моңдары менән йәмләүҙәре осрашыуҙың мәртәбәһен бермә-бер күтәрҙе.

Яратҡан йырсыбыҙ тормошта үҙенә юл табырға өйрәткән остазына ихлас рәхмәтен, ғүмере буйы уға рәхмәтле булып йәшәүен уның алдында баш эйеп еткерҙе, бер нисә йыр башҡарып, флейтала уйнап, тамашасыларҙың көслө алҡыштарына лайыҡ булды.

Миңһылыу Мансур ҡыҙын ҡотларға, рәхмәттәрен белдерергә Бәләбәй гуманитар-техник колледжынан, Бәләбәй татар гимназияһынан бергә эшләгән хеҙмәттәштәре лә, педагогия училищеһында төрлө йылдарҙа унда уҡыған элекке уҡыусылары – бөгөнгө көндә төрлө райондар мәктәптәрендә музыка уҡытыусылары булып эшләүсе ханымдар ҙа сәхнәгә күтәрелде.

Музыка уйын ҡоралдарында оҫталығын шымартыусы бөгөнгө уҡыусыһы Урал Хәбибрахмановтың сығышын да тамашасы йылы ҡабул итте. Сараны йәнле итеп алып барыусы Анжела Әүбәкированың педагогтың тормош юлы менән таныштырыуы йыр-моң менән үрелеп барҙы. Дүртөйлө йырсылары, шулай уҡ үҙ сәхнә оҫталарыбыҙ – «Ләйсән» башҡорт йыры халыҡ ансамбле, Айнур Әүбәкиров, Эльмира Малиҡова, Миңзифа Вилданова, татар гимназияһы уҡыусыһы Илназ Хәйруллиндың йыр-бүләктәре моң нурҙары булдылар.

Кисә аҙағында Миңһылыу ханым осрашыуҙы ойоштороуға тырышлыҡ һалған, үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә рәхмәттәрен белдерҙе, үҙе баянда уйнап, үҙенсәлекле моңло тауышы менән йырҙар башҡарҙы.

Эйе, йырҙағыса, уҙған ғүмер кире ҡайтмай, әммә ул һәр кем күңелендә яҡты хәтирәләр байләме булып һаҡлана. Ә Миңһылыу Мансур ҡыҙы һымаҡ талант, үҙ эше оҫтаһы һымаҡтар башҡалар хәтерендә лә.

Зәйфә Сәлихова

Ғүмер ул бер миҙгел...
Ғүмер ул бер миҙгел...
Ғүмер ул бер миҙгел...
Ғүмер ул бер миҙгел...
Автор:
Читайте нас: