Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Июль 2023, 11:00

Яңы уҡыу йылына республикала 77 мәктәп төҙөкләндерелә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә республикала капиталь ремонтлау федераль программаһы буйынса мәктәптәрҙе төҙөкләндереүҙәре хаҡында хәбәр итте.

Яңы уҡыу йылына республикала 77 мәктәп төҙөкләндерелә
Яңы уҡыу йылына республикала 77 мәктәп төҙөкләндерелә

«Башҡортостанда һөҙөмтәләр бик яҡшы. 2022 йылда 63 бинаны файҙаланыуға тапшырҙыҡ. Биналарҙы иҫәпләйбеҙ, сөнки мәктәптә бер нисә корпус булырға мөмкин. Быйыл 77 бинаны ремонтлайбыҙ - һәр ерҙә лә эштәр әүҙем бара. 1 сентябргә барыһы ла әҙер булһын өсөн август урталарына тамамларға уйлайбыҙ. Баҡалы, Бөрө райондарында, Стәрлетамаҡта һәм башҡа муниципалитеттарҙа ике йылға иҫәпләнгән объекттарҙы ла тапшырабыҙ», - тип билдәләне ул.

Президент программаһын ғәмәлгә ашырыу өсөн 2023 йылдареспублика  федераль бюджеттан бөтәһе 3,6 миллиард һум аҡса алды. Тағы ла 0,69 миллиард һумы республика ҡаҙнаһынан берлектә финансланды.

«300 миллион һум өҫтәмә аҡсаны мәктәп биләмәләрен төҙөкләндереүгә йүнәлттек. Хәүефһеҙлек мәсьәләләренә лә етди ҡараныҡ. 2024-2026 йылдарға заявка кампанияһы һөҙөмтәләрен көтәбеҙ, темпты төшөрөргә йыйынмайбыҙ», - тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

 

Автор:
Читайте нас: