Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Август 2023, 13:00

80 уҡыусы Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға биргән

Максималь һөҙөмтәләр рус теле, физика һәм химия фәндәре буйынса теркәлгән.

80 уҡыусы Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға биргән
80 уҡыусы Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға биргән

80 балдан юғары баһа алған үҫмерҙәр ҙа артҡан. Әйтәйек, 2020 йылда улар имтихан тапшырыусыларҙың 14 процентын тәшкил итһә, быйыл яҡынса 30 процент. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығынан белдереүҙәренсә, күпселек предметтар буйынса төбәктәге уртаса күрһәткес илдекенән юғары.

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Марат Мәүлетбирҙин әйтеүенсә, быйыл республикала Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға яҙыусы уҡыусыларҙы 75 педагог әҙерләгән. Алдынғылар өсөн матди ярҙам ҡаралған. Уҡытыусыларға яңы уҡыу йылы башланғас та, 50 мең һум премия тапшырыласаҡ. Ә юғары һөҙөмтә күрһәткән малай - ҡыҙҙар Башҡортостан юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән осраҡта, 150 мең һум күләмендә матди дәртләндереү аласаҡ.

Автор:
Читайте нас: