Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Август 2023, 17:00

Талаптар ҡаты булырға тейеш!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәлә Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына яңы уҡыу йылы алдынан мәктәп туҡланыуын ойоштороуға контролде көсәйтергә ҡушты.

Талаптар ҡаты булырға тейеш!
Талаптар ҡаты булырға тейеш!

«Мәктәптәрҙә туҡланыуҙы ойоштороу менән шөғөлләнгән операторҙарыбыҙға талаптар ҡаты булырға тейеш. 1 сентябргә тиклем тағы бер тапҡыр мониторинг үткәрегеҙ, контроль идаралығын йәлеп итә алаһығыҙ. Әммә шуны һыҙыҡ өҫтөнә алам: балаларға һалҡын һыу, ҡулланыу ваҡыты сыҡҡан аҙыҡ-түлек биреүҙәре өсөн урында уҡ «атырға» мөмкин, беҙ был хаҡта һөйләштек. Ситтән ит индермәйбеҙ, Аллаға шөкөр, аҙыҡ-түлек үҙебеҙҙеке булырға тейеш», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Хәбиров.

 

Автор:
Читайте нас: