Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Август 2023, 13:00

Бәләбәй уҡытыусыларына етеүселәр юҡ!

Бәләбәй ҡалаһының Үҙәк мәҙәниәт һарайында «Кәрәҙ» республика педагогик марафонының төбәк этабы уҙҙы.

Бәләбәй уҡытыусыларына етеүселәр юҡ!
Бәләбәй уҡытыусыларына етеүселәр юҡ!

Марафонда Әлшәй, Баҡалы, Бишбүләк, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Миәкә, Туймазы, Федоровка, Шишмә, Шаран райондарынан һәм Октябрьский ҡалаһынан, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының шәхси белем биреү учреждениелары уҡытыусыларынан һәм БДПУ студенттарынан торған 12 команда ҡатнашты.

Бәләбәй районы уҡытыусылары исеменән 15-се мәктәптең тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Марина Ғәйнетдинова, 17-се мәктәптә ошондай уҡ вазифа башҡарыусы Элеонора Антонова, 8- се мәктәптән шул уҡ вазифалағы Кристина Бикмәтова, Башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусылары Олеся Талибуллина менән Данил Халиҡов сығыш яһанылар.

Иң шәптәре беҙҙең район уҡытыусылары булып сыҡты! Афарин! Улар марафондың республика этабында ҡатнашасаҡ. Уңыштар теләйбеҙ!

Автор:
Читайте нас: