Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
9 Август 2023, 15:00

Мәктәптә кемдәргә ташламалы туҡланыу тейеш?

2023 йылда Башҡортостан мәктәптәрендә бушлай ҡайнар аш өсөн 3 миллиард 655 миллион һум аҡса бүленгән. Шуның 1 миллиард 589 миллионы - республика ҡаҙнаһынан.

Мәктәптә кемдәргә ташламалы туҡланыу тейеш?
Мәктәптә кемдәргә ташламалы туҡланыу тейеш?


Мәктәптә кемдәргә бушлай туҡланыу тейеш һәм ташламаны нисек юлларға?

 Башланғыс класс уҡыусылары өсөн ташламаны раҫлау талап ителмәй.

Ташламаны юллау өсөн:

 Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балаларға:

- ғариза;
- психологик-медицина-педагогик комиссияның һығымтаһы.

 Инвалид балаларға:

- ғариза;
- медицина-социаль экспертиза белешмәһе.

 Аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙәге балаларға:

- билдәләнгән форма буйынса ғариза;
- ғариза биреүсенең шәхесен раҫлаған документтың күсермәһе;
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан билдәләнгән тәртипкә ярашлы башҡа документтар исемлеге төбәктәге Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында күрһәтелгән.

 Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына:

- 5 -11-се класс уҡыусыларына бушлай туҡланыу тураһында билдәләнгән форма буйынса ғариза;
- ата-әсәнең йәки законлы вәкилдең махсус хәрби операцияла ҡатнашыуын раҫлаған белешмә йәки башҡа документ кәрәк буласаҡ.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының мәктәптә туҡланыу мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линияһы: 8 (347) 292-11-52. Эш ваҡыты: эш көндәрендә - 9:00-18:00, тәнәфес 13:00-14:00.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас: