Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Август 2023, 12:00

Иртәгә республика уҡытыусыларының август кәңәшмәһе уҙа

Өфөлә «Торатау» конгресс-холында үтәсәк кәңәшмәлә 7  майҙансыҡ эшләйәсәк.

Иртәгә республика уҡытыусыларының август кәңәшмәһе уҙа
Иртәгә республика уҡытыусыларының август кәңәшмәһе уҙа

Майҙансыҡтарҙа Уҡытыусы һәм остаз йылы сараларын тормошҡа ашырыу, республикабыҙҙа «Беренселәр хәрәкәте» Дөйөм Рәсәй балалар һәм йәштәр йәмәғәт-дәүләт хәрәкәтен үҫтереү, «Балалар йәмәғәт берекмәләрен тәрбиәләү һәм улар менән үҙ-ара эш итеү буйынса директор кәңәшсеһе» проектын тормошҡа ашырыу, хәрби-патриотик тәрбиә биреүҙең берҙәм системаһын төҙөү, уҡыусыларға һөнәри ориентация ойоштороу, урта профессиональ белем биреү системаһын үҫтереү мәсьәләләре ҡараласаҡ.

Пленар ултырышта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрованың, республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажиндың ҡатнашыуы көтөлә. Унда республика уҡытыусылары араһында дәүләт наградаларын һәм төбәк-ара, республика конкурстары еңеүселәренә һәм лауреаттарына дипломдар тапшырыу планлаштырыла.

Бынан тыш, көн дауамында күргәҙмә эшләйәсәк. Унда мәғариф өлкәһендә һөҙөмтәле  тәжрибәләр менән танышырға, тәжрибә уртаҡлашырға мөмкин буласаҡ. Экспозициялар «Торатау» конгресс-холының ике ҡатында ҡуйыла. Күргәҙмәлә республиканың мәғариф системаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән яңы проекттарҙы, технологияларҙы, мәктәпкәсә, мәктәп, өҫтәмә, инклюзив белем биреү өсөн уҡытыу-методик ресурстарҙы күрһәтеү планлаштырыла. Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар хәрби-патриотик тәрбиә биреү, уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреүҙең берҙәм моделенә индереү тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.

Август кәңәшмәһенең пленар ултырышын онлайн трансляциялау күҙаллана.

 

Автор:
Читайте нас: