Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Август 2023, 11:00

Радий Хәбиров педагогтар форумында сығыш яһаны

«Һеҙҙең уҡыусыларығыҙ алғы һыҙыҡта алыша. Улар ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә».

Радий Хәбиров педагогтар форумында сығыш яһаны
Радий Хәбиров педагогтар форумында сығыш яһаны

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә үткән мәғариф хеҙмәткәрҙәре кәңәшмәһендә шулай тип белдерҙе.  Ул ысын илһөйәрҙәр тәрбиәләгән уҡытыусыларға рәхмәт белдерҙе. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан педагогтарҙы исемләп телгә алды.

Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн гуманитар ярҙам туплаған, маскировка селтәрҙәре үргән, окоп шәмдәре яһаған белем усаҡтарына рәхмәт белдерҙе.  Радий Хәбиров яугирҙәрҙең балаларын 1 сентябрҙә мәктәпкә оҙатып барырға ҡушты. 1-се класҡа барған 593 малай һәм ҡыҙҙың атаһы алғы һыҙыҡта алыша, тине республика етәксеһе.  

Автор:
Читайте нас: