Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
14 Август 2023, 15:00

Яңы уҡыу йылына әҙерҙәр!

Бәләбәй районында 2023-2024 уҡыу йылына белем биреү учреждениеларын ҡабул итеү тамамланды.

Яңы уҡыу йылына әҙерҙәр!
Яңы уҡыу йылына әҙерҙәр!

Мәғариф идаралығы мәғлүмәте буйынса, ойошмалар биләмәләрен төҙөкләндереү, ағымдағы ремонт яһау йәһәтенән ҙур эш башҡарғандар. Комиссия уҡыу кластарын, спорт залдарын, уйын майҙансыҡтарын тиекшерҙе, медицина пункттарының, мәктәп аҙыҡ пункттарының һәм ашханаларҙың нисек тәьмин ителеүен ҡараны. Һәр белгес үҙ профиле буйынса ентекле тикшереү уҙғарҙы.

Комиссия ағзалары 2, 7, 8, 16, 17-се мәктәптәрҙең, башҡорт гимназия-интернатының, татар, сыуаш гимназияларының, Глуховская шифаханаһы, Баженов, Ыҫлаҡбаш, Мәтәүбаш, М. Горький исемендыге үҙәк усадьба ауылдарының,  1, 2, 3, 17, 22, 23, 24, 25, 27, 35, 39, 40-сы балалар баҡсаларының шау сәскәгә күмелгән, тәрбиәле биләмәләрен айырыуса билдәләне.

Барлыҡ ойошмаларҙа ла балалар ғүмерен һәм һаулығын һаҡлауҙы тәьмин итеү йәһәтенән шарттар булдырылған, санитария-гигиена талаптары үтәлә, норматив талаптарға ярашлы яңы уҡыу йылына документация әҙерләнә.

Регина Фәйезова материалы буйынса.

Фотолар Мәғариф идаралығынан

Яңы уҡыу йылына әҙерҙәр!
Яңы уҡыу йылына әҙерҙәр!
Автор:
Читайте нас: