Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
18 Август 2023, 19:20

Афарин, Розалия!

Ҡыҙ "Урал" эпосын тотошлай ятлаған!  Иҫке Собханғол ауылынан уҡыусы Розалия Буранова “Урал батыр” эпосын тулыһынса ятлаған.

Афарин, Розалия!
Афарин, Розалия!

Бөрйән районындағы “Ағиҙел” лагеры был көндәрҙә ҡырмыҫҡа ояһын хәтерләтә - кемдер сығыш яһарға әҙерләнә, кемдер тәбиғәткә һоҡлана, башҡалар ҡая-таш эргәһендә фото төшөргә тырыша...

Филология фәндәре докторы Нәркәс Хөбөтдинова етәкселегендәге жюри һәр сығышты ентекләп тыңлай һәм баһалай.

Ҡатнашыусылар бик һәләтле – йыл һайын уларҙың оҫталығы арта, ә ятланған юлдар һаны күбәйә, тип хәбәр итә “Таң” гәзите. Мәҫәлән, Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы Розалия Буранова барыһын да таң ҡалдырған. Быйыл февралдә ул эпостың 2149 юлын ятлаған, бөгөн иһә “Урал батыр”ҙы тотошлай һөйләй ала – 4600 юлды ятлаған! Бынан тыш, етәксеһе Миләүшә Ишбулатова менән берлектә әҫәр темаһын сағылдырған костюм әҙерләгәндәр.

Автор: Эльнара Шәймәрҙәнова.

Фото, сығанаҡ: karmaskaly-nov.ru

Автор:Айһылыу Низамова

Автор:
Читайте нас: