Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Август 2023, 11:00

Кампус төҙөү дауам итә

Башҡортостанда вуз-ара кампуста башҡа төбәктәр һәм сит ил студенттары һаны бер ярым тапҡырға арта.

Кампус төҙөү дауам итә
Кампус төҙөү дауам итә

Был турала мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин белдерҙе. Кампуста студенттар, йәш ғалимдар һәм уҡытыусылар өсөн 4 мең 300-ҙән ашыу урын булдырыла. Әле объекттың тәүге өлөшө 70 процентҡа әҙер, уны быйыл файҙаланыуға тапшырыу көтөлә. Икенсе өлөшө 2025 йылда сафҡа инергә тейеш.

Автор:Зөлфиә Ғарифуллина әҙерләне
Читайте нас: