Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
23 Август 2023, 12:00

Мәктәп менюһында – митболдар, алма чипсыһы һәм наггетсы

Яңы уҡыу йылынан Башҡортостан мәктәптәрендә балаларға яңыртылған меню тәҡдим ителәсәк.

Мәктәп менюһында – митболдар, алма чипсыһы һәм наггетсы
Мәктәп менюһында – митболдар, алма чипсыһы һәм наггетсы

БР сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев «Башинформ»ға хәбәр итеүенсә, республикала менюларҙың ике төрө әҙерләнгән — база һәм Онищенко һәм Тутельяндың рецепттар йыйынтығы буйынса меню. Улар санитария ҡағиҙәләренә, шулай уҡ диетология һәм нутрицология талаптарына яуап бирә. Шул уҡ ваҡытта улар балалар өсөн ҡыҙыҡлы буласаҡ.

Мәҫәлән, иртәнге ашҡа уҡыусыларға «Наполи» фрикаделькаһы, «де-воляй» ҡош ите киҫәктәре, эремсектән бешерелгән суфле, алманан чипсы һәм томат соусы менән митболдар тәҡдим ителәсәк. Төшкө аш ваҡытында уҡыусылар наггетсы, «Саланики» һурпаһы, татар азуһы, ауылса картуф, чиполлетти, харчо һурпаһы, балыҡ шарҙары һәм ризотто тәмләп ҡарай аласаҡ.

 

Автор:
Читайте нас: