Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Декабрь 2023, 08:30

Һеҙҙең яҡта күбекмай бешәләрме?

Был майҙы бигерәк тә ашҡаҙаны ауыртҡан кешегә ашау файҙалы икән. Әбйәлилдән Фәйлә Кәримова аҡ май бешеү серҙәре менән уртаҡлашты.

Һеҙҙең яҡта күбекмай бешәләрме?
Һеҙҙең яҡта күбекмай бешәләрме?

Халҡыбыҙҙың аҡтан эшләнгән милли ризыҡтарына йылдан-йыл йөҙ менән борола башлауыбыҙ ҡыуаныслы күренеш. Һуңғы ваҡытта онотола барған аҡ майҙы (күбекмай) эшләүселәр ҙә бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалғайны.

Хәйер, бала саҡтан уны нисек эшләүҙәрен күреп, үҙем дә булышып ҡарағас, аҡ майҙың  тәмле һәм татлы булыуы минең өсөн ят түгел. Шуғалыр ҙа өләсәйемдән ҡалған шөғөлдө үҙ итеүселәрҙе эҙләп, күҙәтеп йөрөнөм, әммә ошоғаса ни өсөндөр осратырға тура килмәне.

Шулай ҙа таптым мин ундай оҫтаны. Әбйәлил районының Әлмөхәмәт ауылында йәшәгән Фәйлә Кәримованың нисек итеп аҡ майҙы төшөргәнен күҙәтергә насип булды. Ә уның айранының тәмлелеге һәм файҙалы икәнен күптәр әле белмәйҙер ҙә. Аҡ майҙы (ҡайһылар уны күбекмай тип тә атай) бешеү өсөн 15 литр һөттө ойотабыҙ. Алдан әҙерләнгән бер литр ҡаймаҡҡа ике ҡалаҡ ойотҡан туҡып, 10 сәғәт тирәһе ултыртып ҡуябыҙ. Ҡаймаҡты һирәкләп болғатып торорға ла мөмкин, ул әсерәк булырға тейеш. Артабан  алдан әҙерләнгән ҡатыҡты ағас көбөгә ҡойоп, бер аҙ туҡыйбыҙ. Әҙер массаға ҡаймаҡты ҡоябыҙ ҙа бешкәк менән бешәбеҙ (болғатабыҙ). Майҙы килтереп сығарыу бик оҙайлы ваҡытты ала, шуға күрә уны эшләүҙә бер нисә кешенең ҡатнашыуы кәрәк, йәғни эш алмашлап башҡарыла. Аҡ май төшә башлаһа, ул көбө ситенә йәбешеп, йомарлана башлай.  Шул саҡта хужабикәнең тиҙерәк төшөрөү өсөн тағы ла  нығыраҡ туҡыуы талап ителә.

Артабан килеп сыҡҡан массаны айрандан айырып махсус сөм һауытҡа һалабыҙ. Аҡ майҙы бигерәк тә ашҡаҙаны ауыртҡан кешегә ашау файҙалы. Элегерәк уны шулай уҡ йәш балаға ла биргәндәр. Башҡа майҙарҙан айырмалы рәүештә, аҡ май үҙенең еңел үҙләштерелеүе һәм шифалы булыуы менән айырыла. Ә айраны хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ! Уны даими эскән кеше сирҙең нимә икәнен белмәгән.

Фәйлә Зәки ҡыҙы әйтеүенсә, өләсәйҙәрҙән ҡалған шөғөлдө ул йылына бер нисә тапҡыр башҡара. Бигерәк тә ҡыш–яҙ айҙарында аҡ май бешеп, айранын эсеп алабыҙ, ти. Кешенең дөрөҫ туҡланыуы ла уның һаулығына ҙур йоғонто яһауын иҫәпкә алғанда, милли ризыҡтарыбыҙҙы үҙ итеүселәр сәләмәтлектәренә аҙ зарланыусан. Тимәк, милли аш-һыуға ни тиклем йышыраҡ мөрәжәғәт итәбеҙ икән, һаулығыбыҙ ҙа яҡшыраҡ буласаҡ. Шуға күрә өҫтәлдәребеҙҙә ҡымыҙ, буҙа, айран урын һалһа, үҙебеҙ аҡ май (күбекмай), талҡан, ҡорот, эремсектәрҙе йышыраҡ ҡулланһаҡ, милләтебеҙ ҙә һау-сәләмәт булыр, боронғонан ҡалған шөғөлдәребеҙ ҙә юғалмаҫ.

 

Автор:по материалам издания "башкортостан"
Читайте нас: