Атап әйткәндә, Ыҫлаҡбаш ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбенә сыуаш әҙәбиәте классигы, шағир Константин Васильевич Иванов исеме бирелде.
Ошо ауылда тыуып үҫкән шағирҙың ғүмере ҡыҫҡа була, әммә үҙенең исемен донъя әҙәбиәтенә яҙған.
Ыҫлаҡбаш көс урыны: бында К.Ивановтың мемориаль музейы бар, ҡәбере ошонда һәм Нарспи шишмәһе урғыла.
Сыуаш әҙәбиәте классигы үҙ милләтен генә берләштермәй, уның ижады – республикабыҙҙың бөтә халҡының ғорурлығы ул.
Ыҫлаҡбаш ауылы халҡы классик шағир мираҫын һаҡлай, йыл һайын сыуаш халҡының бөйөк улы иҫтәлегенә табынырға килгән күп һанлы делегацияларҙы ҡабул итә.
Шуныһы ҡыуаныслы: балалар менән бөтә тәрбиә эше лә данлыҡлы яҡташыбыҙҙың исеменә бәйле.
Урындағы мәктәпкә Константин Иванов исемен биреү, һис шикһеҙ, уҡыусыларҙы патриотик һәм әхлаҡи тәрбиәләүҙә яңы офоҡтар асасаҡ.
«БХ» яҙыуынса, 2025 йылдың октябрендә Советтар Союзы Геройҙарының исемдәре Бәләбәй ҡалаһының 15-се, 17-се мәктәптәренә,1-се гимназияһына һәм Приют ҡасабаһының 5-се, 7-се мәктәптәренә бирелде.
Фото асыҡ сығанаҡтан