Мәғариф
30 Ғинуар , 09:00

Мәҙинә Ҡаҙанға ла барасаҡ

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се лицей-интернаты базаһында Башҡортостан Республикаһы дөйөм белем биреү ойошмаларының 9-11 класс уҡыусылары араһында Туған тел (татар) теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһы уҙҙы.

Мәҙинә Ҡаҙанға ла барасаҡМәҙинә Ҡаҙанға ла барасаҡ
Мәҙинә Ҡаҙанға ла барасаҡ

Унда татар гимназияһы уҡыусылары ла ҡатнашты. 10 класс уҡыусыһы Сәлихова Мәҙинә призер булды, 10 класс уҡыусыһы Ғабдрафиҡова Илизә, 11 класс  уҡыусыһы Мөхәмәтов Наил шулай уҡ яҡшы һөҙөмтәләр күрһәттеләр.

Уларҙы әҙерләүсе һәм олимпиадаға алып барыусы татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Люзиә Фәттәховаға, Резеда Ғиззәтуллинаға гимназия хакимиәте тарафынан рәхмәт белдерелде.

Күп конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңеү яулаған уҡыу алдынғыһы Сәлихова Мәҙинә 20 февралдә Ҡаҙанда үтәсәк төбәк-ара туған телдәр олимпиадаһында ҡатнашып, башҡа еңеүселәр һәм призерҙар менән Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

Автор:Зәйфә Сәлихова әҙерләне
Читайте нас