Мәғариф
2 Февраль , 11:00

Вуз-ара кампуста яңы ИТ-лаборатория асылды

Яңы белем биреү майҙансығы студенттарҙың һәм йәш белгестәрҙең ғәмәли һанлы компетенцияларын булдырыуға йүнәлтелгән һәм индустриаль партнер ярҙамында ғәмәлгә ашырылған. 

Вуз-ара кампуста яңы ИТ-лаборатория асылдыВуз-ара кампуста яңы ИТ-лаборатория асылды
Вуз-ара кампуста яңы ИТ-лаборатория асылды

Өфө дәүләт нефть техник университетында – Евразия ғилми-етештереү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы резидентында – Рәсәй программа тәьминәте менән эшләү буйынса белгестәр әҙерләү өсөн мультивендор ИТ-лаборатория асылды. Яңы белем биреү майҙансығы студенттарҙың һәм йәш белгестәрҙең ғәмәли һанлы компетенцияларын булдырыуға йүнәлтелгән һәм индустриаль партнер ярҙамында ғәмәлгә ашырылған.

Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин проекттың төбәк өсөн әһәмиәтен билдәләне:

- Республикабыҙ иҡтисад һәм мәғарифтың бөтә өлкәләренә һанлы ҡарарҙар индереүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Ошондай ҙур университетта ИТ-лаборатория булдырыу студенттарҙың һәм белгестәрҙең һанлы компетенцияларын үҫтереүгә этәргес бирер, тип ышанабыҙ. Хәҙерге заманда бындай белем биреү платформаларын булдырыуҙың көнүҙәклеге һис шикһеҙ. Төбәк һәм илебеҙ һанлаштырыу өлкәһендә юғары квалификациялы кадрҙарға мохтаж.

Лабораториялағы эш барышында студенттар һанлы ғәмәли ҡарарҙар әҙерләй, тест үткәрә, бизнес-процестарҙы моделләштерә, мәғлүмәттәрҙе анализлау һәм машинала уҡытыу ҡоралдары менән эшләй ала. Программа продукттары төп белем биреү программаларына ла, өҫтәмә уҡытыу форматтарына ла берләштереләсәк.

Белешмә өсөн:

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса илдә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға 25 кампус барлыҡҡа килергә тейеш. Эште Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта «Йәштәр һәм балалар» милли проекты ярҙамында 24 кампус проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа етәсәк.

Өфө вуз-ара кампусы – ул 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу фәнни комплексы, лабораториялар, эшлекле зоналар, магазиндар, скверҙар һәм башҡа төрлө уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар киңлеге.

Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:
Читайте нас