Бында туған телдә яҡшы белгәндәр ҙә, яңы өйрәнә башлағандар ҙа бик теләп йөрөй. Һүҙлек байлыҡтары көндән-көн байый, тәржемә итергә лә яраталар. Халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте тураһында мәғлүмәттәр ҙә туплайҙар. Бигерәк тә барыһына Башҡортостан тураһында өҫтәл уйынын уйнау оҡшай. Дәрестәр һәр шаршамбы ойошторола, тип яҙа Свердловск башҡорттары сайты.
Ә Силәбелә башҡорт теленән олимпиада үткән. Унда 1992 йылдан башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төбәк олимпиадаһы уҙғарыла. Ошо көндәрҙә Сосновка округының Сирюсинск урта мәктәбе икенсе тапҡыр ҙур олимпиаданы ҡабул иткән. Ҡатнашыусылар башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса эштәр үтәгән, топонимика, халыҡ тарихы һәм мәҙәниәте буйынса һорауҙарға яуап биргән, ғөрөф-ғәҙәттәр һәм йолалар тураһында һөйләгән.
Мәғлүмәттәр һәм фотолар асыҡ сығанаҡтарҙан