Быйыл башҡорт һәм татар гимназиялары, мәктәп-интернат, 15, 16, 17-се мәктәптәр, Максим Горький исемендәге ауыл мәктәбе уҡытыусылары ҡатнаша. Уҡытыусылар «Дәрес», «Уҡыусылар менән һөйләшеү», «Педагогик хәлдәрҙе хәл итеү» һәм «Оҫталыҡ дәресе» һынауҙарын үтергә тейеш. Һәр ҡатнашыусы жюри хөкөмөнә үҙенең профессиональ эшләнмәләрен тәҡдим итәсәк.
Конкурс 9 февралдә тамамлана. Еңеүсе «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» республика конкурсында Бәләбәй районы исеменән сығыш яһай.