

Тимур былай ти: «Күп йылдар төрлө конкурстарҙа ҡатнашам. Ике олимпиаданың призеры булыу өсөн мин ҡышҡы каникулдарҙа онлайн-форматта әҙерләндем һәм уҡытыусылар менән бергә мәсьәләләр өҫтөндә эшләнем. Бынан тыш, Өфөгә әҙерлек курстарына йөрөнөк, был, һис шикһеҙ, призлы урын алырға ярҙам итте».
Иҡтисад дисциплиналары буйынса егетте - педагог Зөлфиә Зиннәтуллина, ә биология буйынса Ольга Смирнова әҙерләгән.
Уҡыуҙан тыш, йәш кеше мәктәптәге сараларҙа әүҙем ҡатнаша, мәктәп тормошон яҡшыртыу буйынса идеялар тәҡдим итә һәм мәктәп президенты булып тора.
Уҡыуҙан буш ваҡытын Тимур музыкаға арнай. Ул музыка мәктәбен ҡыҙыл аттестат менән тамамлаған һәм ижади конкурстарҙа бер нисә тапҡыр призлы урындар яулаған.
Киләсәктә уҡыусы берҙәм дәүләт имтиханына ныҡлап әҙерләнергә планлаштыра. Тимур халыҡ-ара мөнәсәбәттәр факультетына уҡырға инергә ниәтләй.
Фото: Т. Титов архивынан