Сараға «Урал батыр» милли-мәҙәни үҙәгенең «Ләйсән» башҡорт йыры халыҡ ансамбле саҡырылды (етәксеһе Нәзирә Фәрхетдинова). Ансамблдең һәм ансамбль етәксеһенең сығышы туған башҡорт телен, милли йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау башҡорт мәҙәниәтендә рухи патриотик һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе яҡлау һәм үҫтереү менән тығыҙ бәйләнгәнлеген күрһәтте.
Семинарҙа директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Дьяконова Юлия Викторовна 41-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡытыусыларҙың эш системаһы һәм башҡорт теле уҡытыусыһы Светлана Тәлғәт ҡыҙы Ҡусҡарованың эше тураһында һөйләне, улар башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыуға йүнәлтелгән: ата-әсәләр менән эшләү, китапхана һәм музей дәрестәре.
Аксаковтар ғаиләһе музейындағы экскурсия ҙур һоҡланыу уятты. Уҡытыусылар экспозицияларҙы ҡыҙыҡһынып ҡараны һәм музей директоры Татьяна Зиманан күп мәғлүмәт алды.
Шулай уҡ «Үрнәк» һәүәҫкәр берекмәһе етәксеһе Эльмира Маликова үткәргән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының күкрәк биҙәүестәрен эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе сағыу үтте.
Семинар бер тында үтте, һәр кемдә тик ыңғай тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы. Сарала ҡатнашыусылар дәрестәр, кластан тыш саралар, оҫталыҡ дәрестәре ваҡытында уҡытыусылар ҡулланған музей педагогикаһы технологияларының уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтерергә мөмкинлек биреүенә инанды.