– Олимпиадаға әҙерлек барышы миңә тарих донъяһына тәрәнерәк сумырға, сығанаҡтарҙы анализларға, факттар артынан логик бәйләнештәрҙе күрергә ярҙам итте, ә педагог Евгения Альберт ҡыҙы Әфләтунова ярҙамында алған белемемде системалаштыра алдым. Тарихтан тыш, башҡа йүнәлештәрҙә лә үҫешергә тырышам. Миңә биология, рус теле, йәмғиәтте өйрәнеү ҡыҙыҡлы, – тип һөйләне уҡыусы.
Бынан алда Розалина рус теле, биология, география буйынса олимпиадаларҙа призлы урындар яуланы, шулай уҡ психология буйынса муниципаль олимпиадала еңеүсе булды. Туғыҙынсы класс уҡыусыһы – «Беренселәр хәрәкәте» активисы, «Оло тәнәфес» Бөтә Рәсәй конкурсы ярымфиналында ҡатнашты.
– Минең өсөн белем алыу ғына түгел, уларҙы ғәмәлдә ҡулланыу, үҙеңдең районыңа һәм яҡындарыңа файҙалы булыу мөһим. Киләсәктә психолог булырға хыялланам.
Фото Р. Абдуллина архивынан