Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Февраль , 10:00

Оло йәштәгеләргә хаттар яҙалар

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Башҡорт гимназия-интернатының 5-се класс уҡыусылары (класс етәкселәре Зүлиә Исламова, Олеся Талибуллина) ҡарттар йорттарындағы ветерандарға һәм оло йәштәгеләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән «Хатлашыу буйынса ейәндәр» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашты.

Оло йәштәгеләргә хаттар яҙалар
Оло йәштәгеләргә хаттар яҙалар

Балалар ҙур теләк менән ҡағыҙға хаттар һәм открыткалар яҙҙы, уларҙа оло быуынды байрам менән ҡотланы һәм тыныслыҡ, бәхет, йылылыҡ һәм һаулыҡ теләне. Һәр мөрәжәғәтнамә ихласлыҡ һәм хәстәрлек менән тулы ине, был хәҙерге һанлы технологиялар заманында айырыуса ҡиммәт.

Хаттар менән конверттар Новгород өлкәһенең ҡарттар йорттарының береһенә юлланды, улар унда балаларҙың Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән килгән хаттары менән берләштереләсәк. Артабан был хаттар 23 февралдә һәр открытка үҙенең олпат алыусыһын тапһын өсөн адресаттарға таратыласаҡ.

Директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе Эльвира Алдарова һөйләүенсә, Башҡорт гимназия-интернаты йыл һайын «Хатлашыу буйынса ейәндәр»  акцияһында ҡатнаша. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан да балалар  ҡотлау хаттары яҙып, уларҙы өлкән йәштәгеләргә ебәрә.

– Бындай акциялар үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүҙә, оло быуынға ҡарата ихтирам һәм рәхмәт тойғоһон тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнай. Улар балаларға хәстәрлектең ябай, ләкин ихлас һүҙҙәрҙә ла сағылыуын аңларға ярҙам итә, – тип аңлатма бирҙе Эльвира Тимерхан ҡыҙы.

Фотолар: Башҡорт гимназия-интернаты

 

Оло йәштәгеләргә хаттар яҙалар
Оло йәштәгеләргә хаттар яҙалар
Оло йәштәгеләргә хаттар яҙалар
Оло йәштәгеләргә хаттар яҙалар
Оло йәштәгеләргә хаттар яҙалар
Оло йәштәгеләргә хаттар яҙалар
Оло йәштәгеләргә хаттар яҙалар
Оло йәштәгеләргә хаттар яҙалар
Оло йәштәгеләргә хаттар яҙалар
Оло йәштәгеләргә хаттар яҙалар
Автор: Алһыу Фәйезова
Читайте нас