Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Февраль , 18:00

Бәләбәйҙә байрам алды хәрби-патриотик уйындары үтте

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Бәләбәй районының белем биреү учреждениеларында йәштәрҙә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә йүнәлтелгән тематик конкурстар һәм хәрби-спорт уйындары ойошторолдо.

Бәләбәйҙә байрам алды хәрби-патриотик уйындары үтте
Бәләбәйҙә байрам алды хәрби-патриотик уйындары үтте

Башҡорт гимназия-интернатының һигеҙенсе класс уҡыусылары «Йәгеҙ әле, егеттәр!» конкурсында көс һынашты. Сараны Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре уҡытыусыһы Ғәлинур Тиморшин ойошторҙо.

Сара автоматты йыйыу һәм һүтеүҙе, гер күтәреүҙе, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеүҙе һәм турникта күтәрелеүҙе үҙ эсенә алды. Был һынауҙар балаларҙың физик әҙерлеген тикшереп кенә ҡалманы, уларға ысын ир-егеттең мөһим сифаттарын - яуаплылыҡты, тәүәккәллекте һәм бер-береһенә ярҙам итешеүҙе үҫтерергә ярҙам итте.

*** *

8-се мәктәптә шулай уҡ 9-сы һәм 11-се класс уҡыусыларын берләштергән «Йәгеҙ әле, егеттәр!» хәрби-патриотик конкурсы уҙҙы. Сараны мәктәп уҡытыусылары Алексей Емельянов, Надежда Кириллова һәм Ольга Непряхина ойошторҙо.

Ярыш программаһы «Сафҡа теҙелеү һәм йырҙар», «Көс этабы», «Химик һаҡланыу буйынса нормативтар», «Автоматты һүтеп-йыйыу», «Тиҙлеккә ҡул эштәре» һәм «Тактик медицинаһы»нан торҙо.

*** *

Сыуаш гимназияһында 5-7 кластар өсөн «Зарница» хәрби-спорт уйыны үтте.

Ярыш барышында гимназистар «Саф әҙерлеге», «Сафҡа теҙелеү һәм йыр», «Противогаз кейеү», «Калашников автоматын һүтеп йыйыу», «Төймә тегеү»  этаптарында үҙҙәренең берҙәмлеген, етеҙлеген һәм белемен күрһәтте.

Бындай саралар белем биреү учреждениеларында йәштәрҙә хәрби һөнәргә, ил тарихына һәм традицияларына хөрмәт тәрбиәләүгә, шулай уҡ һәр Ватанды һаҡлаусыға кәрәкле физик һәм әхлаҡи сифаттарҙы үҫтереүгә булышлыҡ итеүгә сағыу миҫал булып тора.

Фотолар: белем биреү учреждениелары

Автор: Алһыу Фәйезова әҙерләне
Читайте нас