Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Февраль , 10:00

Бәләбәй студенттары – чемпионат еңеүселәре иҫәбендә

24 февралдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында «Профессионалдар-2026» төбәк чемпионаты еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Бәләбәй студенттары – чемпионат еңеүселәре иҫәбендә
Бәләбәй студенттары – чемпионат еңеүселәре иҫәбендә

Бәләбәй механизациялау һәм электрлаштырыу колледжы студенттары ике беренсе урын яуланы: Артур Байков - «Ауыл хужалығы машиналарын файҙаланыу» компетенцияһында (остазы - производствоға өйрәтеү мастеры Илфат Нуретдинов), Роман Иванов «Электр монтажлау» компетенцияһында (остазы - махсус дисциплиналар уҡытыусыһы Рөстәм Атабаев). Чемпионат еңеүселәре БР Мәғариф министрлығының почет грамоталары менән наградланды.

– Студенттарыбыҙҙың «Профессионалдар-2026» Бөтә Рәсәй чемпионатында Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһауҙары менән ғорурланабыҙ. Йәштәрҙең ҡаҙаныштары уҡыу йортоноң абруйын күтәреүгә булышлыҡ итә, шулай уҡ курсташтарына яҡшыраҡ уҡырға һәм һөнәр үҙләштерергә өлгө булып тора, – тип билдәләне колледж директорының производствоға өйрәтеү буйынса урынбаҫары Николай Самарин.

«Профессионалдар» чемпионатында призлы урындар буласаҡ йәш белгестәргә артабан эшкә урынлашыу һәм карьера үҫеше өсөн юл аса. Мәғлүм булыуынса, һәр эш биреүсе яҡшы әҙерлекле кадрҙар йәлеп итергә ынтыла.

Фотолар: Бәләбәй механизациялау һәм электрлаштырыу колледжы

Бәләбәй студенттары – чемпионат еңеүселәре иҫәбендә
Бәләбәй студенттары – чемпионат еңеүселәре иҫәбендә
Бәләбәй студенттары – чемпионат еңеүселәре иҫәбендә
Бәләбәй студенттары – чемпионат еңеүселәре иҫәбендә
Бәләбәй студенттары – чемпионат еңеүселәре иҫәбендә
Автор: Римма Султанова  
Читайте нас