Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
25 Февраль , 14:00

Татар теле буйынса олимпиаданың сираттағы сиген үтте

Бынан алда «Белебеевские известия» гәзите Бәләбәй ҡалаһындағы татар гимназияһының 10 класс уҡыусыһы Мәҙинә Сәлихованың татар теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһы призеры булыуы (остазы Люзиә Фәттәхова) хаҡында яҙғайны.

Татар теле буйынса олимпиаданың сираттағы сиген үтте
Татар теле буйынса олимпиаданың сираттағы сиген үтте

Бәйгенең киләһе этабы - татар теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте. Конкурста Рәсәйҙең 22 төбәгенән 8-11 класс уҡыусылары ҡатнашты. Мәҙинә тағы ла үҙенең оҫталығын иҫбатланы – ул икенсе йыл рәттән ошо олимпиадала призер булды.

Конкурс программаһы ике турҙан торҙо: яҙма - татар теле һәм әҙәбиәте буйынса эштәр башҡарыу; телдән «Нәфис һүҙ» - тасуири уҡыусылар конкурсы.

Олимпиадала ҡатнашыусылар өсөн мәҙәни-экскурсия программаһы ҡаралғайны. Мәктәп уҡыусылары Татарстандың иҫтәлекле урындарында булды һәм Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрында, Кәрим Тинчурин исемендәге Татар драма һәм комедия театрында спектаклдәр ҡараны.

Хәҙер Мәҙинә ағымдағы йылдың апрелендә үтәсәк халыҡ-ара олимпиадала ҡатнашасаҡ.

Фотоларҙы Л.Фәттәхова бирҙе

Татар теле буйынса олимпиаданың сираттағы сиген үтте
Татар теле буйынса олимпиаданың сираттағы сиген үтте
Татар теле буйынса олимпиаданың сираттағы сиген үтте
Автор: Алһыу Фәйезова
Читайте нас