Башҡортостанда бөгөн төндә «төньяҡ балҡышы» балҡыны
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
4 Март , 09:00

Төбәк кимәлендә үҙенең һөнәрилеген иҫбатланы

Бәләбәй гуманитар-техник колледжы студенты Екатерина Петрова «Профессионалдар» чемпионатының төбәк этабында еңеү яуланы (остаздары Елена Дремина һәм Эльмира Хафизова).

Төбәк кимәлендә үҙенең һөнәрилеген иҫбатланы
Төбәк кимәлендә үҙенең һөнәрилеген иҫбатланы

Ярыштар 2-13 февралдә бөтөн төбәк буйынса 59 белем биреү ойошмаһы майҙансыҡтарында үтте. Екатерина Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжында уҙған «Ойошмаларҙың бизнес-процестарын автоматлаштырыу» компетенцияһында сығыш яһаны.

Чемпионат биш модулдән торҙо, тип һөйләне студент ҡыҙ: тарихи мәғлүмәттәрҙе йыйыу өсөн инструмент әҙерләү, Канбан-таҡта өсөн белдереү системаһын үҫтереү, проекттар буйынса сығымдарҙың финанс иҫәбен үҫтереү, проекттар буйынса отчёт системаһын үҫтереү, эш хаҡын иҫәпләү механизмын һынау.

«Көнөнә икешәр модуль башҡарҙыҡ, уларҙың һәр береһенә өсәр сәғәт бирелде. Минең өсөн программаны һынау иң еңеле булды, ә ауырлыҡтар проекттар буйынса белдереү системаһын үҫтереү модулен үтәгәндә килеп тыуҙы», - тине ҡыҙ.

24 февралдә «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Республикаһы «Профессионалдар» чемпионатын ябыу тантанаһы үтте, унда Екатерина беренсе урын өсөн диплом менән бүләкләнде.

«Конкурстың һәр этабы алдынан тулҡынландым, нимәнелер онотормон йәки эшләмәҫмен тип ҡурҡтым. Еңәсәкмен тип уйламағайным да. Әхлаҡи яҡтан өс көн буйына ауыр булды, кискә арып китә инем, ләкин барыбер киләһе һынауға әҙерләнеүемде дауам иттем, был, һис шикһеҙ, үҙ ролен уйнаны һәм һөҙөмтәгә килтерҙе», - тине Екатерина Петрова.

Фотолар: БДТК

Төбәк кимәлендә үҙенең һөнәрилеген иҫбатланы
Төбәк кимәлендә үҙенең һөнәрилеген иҫбатланы
Төбәк кимәлендә үҙенең һөнәрилеген иҫбатланы
Автор: Алһыу Фәйезова
Читайте нас