Сертификат тапшырыуға арналған тантаналы сарала «Беренсе урта» мәктәп музейында абруйлы ҡунаҡтар: Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев, Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспектор Александр Окатьев һәм Мәғариф идаралығы начальнигы Татьяна Лапшина ҡатнашты.
Александр Леонидович тарихи хәтерҙе һаҡлауҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм 1-се мәктәптең педагогтар коллективына Ватанына лайыҡлы йәш граждандар тәрбиәләүгә индергән баһалап бөткөһөҙ өлөшө өсөн тәрән рәхмәтен белдерҙе.
Мәктәп музейы етәксеһе Ирина Паршуткина алған аҡсаны файҙаланыу буйынса пландары менән уртаҡлашты: «Беҙҙең өсөн был еңеү – уҡыусыларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә юғары баһа. Төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашып, бер нисә йыл ошондай һөҙөмтәгә өлгәштек.
Был аҡса музейҙың ихтыяжын ҡаплай. Башҡараһы эштәр байтаҡ. Яҡын киләсәктә «Тыуған илгә хеҙмәт менән дан килтерәбеҙ» стендтарын биҙәп бөтөргә, экспозиция витриналары һәм күргәҙмә кәштәләре һатып алырға ниәтләйбеҙ.
Был беҙҙең һуңғы еңеү түгелдер, тип ышанам. Бындай проекттар тарихи хәтерҙе һаҡлауға һәм мәктәп уҡыусыларын тәрбиәләүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә».
Алһыу Фәйезова.
1-се мәктәп фотолары