Сара уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе һәм уҡытыусыларҙы берләштерҙе, дуҫлыҡ һәм үҙ-ара аңлашыу байрамына әүерелде. Бишенсе класс уҡыусылары ғаиләләре менән традицион милли ризыҡтар тураһында мауыҡтырғыс хикәйәләр әҙерләне, күп милләтле илебеҙҙең гастрономик төрлөлөгөн асты. Алтынсы класс уҡыусылары Рәсәйҙең төрлө халыҡтарының шиғырҙарын һәм йырҙарын башҡарып, һәр мәҙәниәттең үҙенсәлеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, ижади һәләт күрһәтте.
Фестиваль мәҙәни төрлөлөк һәм берҙәмлектең матур сағылышы булды, һәр халыҡтың йолаларын һаҡлау һәм хөрмәт итеүҙең ни тиклем мөһимлеген күрһәтте, сөнки тап төрлөлөктә беҙҙең дөйөм йортобоҙ — Рәсәйҙең көсө.
Материал һәм фотолар гимназия-интернаттың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән