Мәғариф
2 Апрель , 13:00

Бәләбәйҙәр финанс белеме буйынса өсөнсө!

Бәләбәй ҡалаһындағы 1-се гимназияның унынсы класс уҡыусылары командаһы (етәксеһе Анастасия Тагнер) «Азбука ФинЗож» республика квесты призёры булды.

Бәләбәйҙәр финанс белеме буйынса өсөнсө!Бәләбәйҙәр финанс белеме буйынса өсөнсө!
Бәләбәйҙәр финанс белеме буйынса өсөнсө!

Квест ике этаптан торҙо: һайлап алыу һәм төп.

Һайлап алыу этабына 86 белем биреү ойошмаһынан, республиканың 20-нән ашыу районынан 89 команда ғариза биргән. Иң күп балл йыйған ун команда төп этапта ҡатнаша, улар иҫәбендә өсөнсө позициянан 1-се гимназия командаһы үтте.

Онлайн-ярыш сиктәрендә бәләбәйҙәр түбәндәге темалар буйынса биш станцияны уңышлы үтте: «Килемдәр һәм сығымдар. Ғаилә бюджеты», «Һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса һәм кредитлау», «Банк хеҙмәттәре. Страховкалау. Страховкалау ойошмалары хеҙмәттәре», «Инвестициялау. Инвестиция ойошмаларының хеҙмәттәре», «Ғаиләнең финанс именлеген арттырыу стратегияһы».

Финал этабында – төп этапта – 1-се гимназия командаһы, почетлы өсөнсө урын яулап, конкурс призеры булды.

Фотолар: 1-се гимназия

 

Бәләбәйҙәр финанс белеме буйынса өсөнсө!
Бәләбәйҙәр финанс белеме буйынса өсөнсө!
Автор:Алһыу Фәйезова әҙерләне
Читайте нас