

«Ҡанатлан» мәғариф системаһын үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен билдәләй һәм йыл һайын үҙ майҙансығында республика министрлыҡтары һәм ведомстволары, муниципалитеттары, йәмәғәт берекмәләре етәкселәрен, уҡытыусыларҙы, мәктәп психологтарын һәм бөтә республиканан тәрбиә буйынса кәңәшселәрҙе йыя. Быйыл форумда 600-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.
Сара сиктәрендә «Иң класлы класс етәксеһе-2026» республика конкурсы финалсыларын бүләкләү тантанаһы үтте. Һөнәри бәйге лауреаты – Бәләбәй ҡалаһының 2-се мәктәбе уҡытыусыһы Лада Осипова. Уның профессионализмы, ижади ҡарашы һәм эшкә тоғролоғо жюри һәм коллегаларының юғары баһаһын ала. Лада Александровна почет грамотаһы менән бүләкләнгән.
Фотолар Мәғариф идаралығынан