Мәғариф
19 Апреля , 05:00

Афарин, Мәҙинә!

Бәләбәй ҡалаһының татар гимназияһы уҡыусыһы Мәҙинә Сәлихова татар  теле һәм әҙәбиәте буйынса XIII Халыҡ-ара олимпиада призеры булды. Интеллектуаль ярыш Ҡазанда үткән.

Афарин, Мәҙинә!Афарин, Мәҙинә!
Афарин, Мәҙинә!

Бәләбәй районы хакимиәте башлығы Азат Сәхәбиев хәбәр итеүенсә, олимпиада быйыл шағир Ғабдулла Туҡай ижадына арналған. Конкурста бөтәһе 5 сит илдән һәм Рәсәйҙең 30 төбәгенән 500 уҡыусы ҡатнашҡан. Уҡытыусыһы Люзиә Фәттәхова етәкселегендә Мәҙинә олимпиадала республика исеменән лайыҡлы сығыш яһаған. Тырыш ҡыҙға киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын!

Автор:
Читайте нас