

Байрамдың төп маҡсаты – алдағы йылда мул уңыш алыу. Боронғо заманда кешеләр яҙҙы ҡанаттарының осонда ҡарғалар килтерә тип иҫәпләгән, шуға күрә, ҡар ирей башлағас һәм тәүге күләүектәр барлыҡҡа килгәс, уларҙың килеүе хөрмәтенә «Ҡарға бутҡаһы» байрамы ойошторған. Был көндө кешеләр һәр йорттан аҙыҡ - түлек – һөт, май, ярма, йомортҡа, шәкәр йыя һәм шиғырҙар һәм йырҙар менән бөтәһен дә байрамға саҡыра. Һуңынан кешеләр тауға йыйыла, усаҡ яға һәм йыйылған аҙыҡ-түлектән бутҡа бешерә. Ул бешкән арала барыһы бергәләп бейей, йырлай, күңел аса. Һуңынан бөтәһен дә ҡаҙан тирәләй саҡыралар һәм бутҡа тараталар. Беренсе өлөш, тыныслыҡ, именлек һәм мул уңыш теләп, ергә тәғәйенләнгән. Икенсеһе – һыуға, һыу ерҙә тереклекте һаҡлап ҡала алһын өсөн. Өсөнсөһө – күккә, ҡояшлы көндәр күп булһын, ямғырҙар ваҡытында яуһын, дүртенсе өлөш яҙ килтергән өсөн рәхмәт йөҙөнән ҡарғаларға эләгә. Шунан һуң ғына бутҡа байрамдағы бөтә ҡунаҡтарға таратыла.
Байрамда мәктәпкәсә йәштәге балалар йолалар менән танышты, татар милли кейемдәрен кейеп ҡараны, халыҡ уйындарында ҡатнашты һәм, әлбиттә, тәмле ҡарға бутҡаһын тәмләп ҡараны!
Республикабыҙҙа йәшәүсе кешеләрҙең йолалары, көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, теле менән танышыу балаларҙа үҙ еренә һөйөү һәм бер-береһенә толерантлы мөнәсәбәт тәрбиәләй.
Сара йылы, күңелле халәттә үтте. Балалар һәм өлкәндәр байрамдан ҙур ҡыуаныс алды!
Материалды педагогтар Лилиә Гарибян, Наталья Логинова, Рәйфә Мөхәтдисова, Елена Мирсаяпова әҙерләнеләр