

Өфөнөң вуз-ара студенттар кампусы резиденты, Өфө фән һәм технологиялар университеты (ӨФҺТУ) “Математик моделләштереү” йүнәлеше буйынса Бөтә Рәсәй “Мин – профессионал” олимпиадаһының йомғаҡлау этабын ҡабул итте. Ярыштар ике майҙансыҡта бара: береһе Мәскәү физика-техник институтында, ә икенсеһе ӨФҺТУ-ла, ул олимпиада сиктәрендә барлыҡҡа килгәндән алып алтынсы тапҡыр рәттән ошо йүнәлеште ойоштороусы булып сығыш яһай.
Быйыл бөтә илдән 149 һәләтле студент финалға сыҡты. Улар өсөн заданиелар методик партнерҙар - эре компаниялар менән берлектә эшләнгән. Улар ике төп блокты үҙ эсенә ала: физик һәм механик процестарҙы моделләштереү, шулай уҡ социаль-иҡтисади процестарҙы моделләштереү. Бөтә мәсьәләләр ҙә практик характерҙа һәм партнерҙар алдында торған күнүҙәк эштәрҙе иҫәпкә алып төҙөлгән. Конкурсанттарҙы республиканың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе, физика-математика фәндәре докторы Светлана Мостафина сәләмләп, барыһына ла уңыштар теләне.
Математик моделләштереү теләһә ниндәй өлкәләге ниндәй булһа ла процестарҙы тасуирлау өсөн киң мөмкинлектәр аса, тип билдәләй ойоштороусылар. Был өлкәлә белем алған сығарылыш уҡыусылары юғары квалификациялы математик һәм программалаусы булып китә, улар үҙ-үҙҙәрен төрлө йүнәлештәрҙә уңышлы тормошҡа ашыра ала.
Студенттарҙың Бөтә Рәсәй “Мин – профессионал” олимпиадаһы – “Рәсәй - мөмкинлектәр иле” президент платформаһы проекты. Ул Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министрлығы ярҙамында “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Һигеҙ миҙгел эсендә 1,4 миллиондан ашыу студент олимпиадала ҡатнашҡан, 28 000-дән ашыу дипломант илдең алдынғы юғары уҡыу йорттарына льготалы инеү хоҡуғын алған, 4 000-дән ашыу кеше миҙалсы булған һәм аҡсалата премиялар алған, дөйөм приз фонды 700 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән. Олимпиаданың һ
Олимпиадаға йомғаҡлау май аҙағы – июнь башында яһала.
БЕЛЕШМӘ:
Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын. 2030 йылға илдә 25 кампустан торған селтәр барлыҡҡа килергә тейеш. Был йүнәлеш буйынса эште Рәсәй Хөкүмәте һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы алып бара. Әлеге ваҡытта “Йәштәр һәм балалар” милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы проектлана һәм төҙөлә. 2036 йылға кампустар һаны 40-ҡа тиклем артасаҡ.