Мәғариф
23 Апреля , 05:00

«Мәктәпкәсә донъя. Төбәк 02» темаһына зона семинар-практикумы үтте

22 апрелдә Бәләбәй мәктәпкәсә йәштәге балалар менән эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең тәжрибә уртаҡлашыу һәм профессиональ фекер алышыу майҙансығына әүерелде.

«Мәктәпкәсә донъя. Төбәк 02» темаһына зона семинар-практикумы үтте«Мәктәпкәсә донъя. Төбәк 02» темаһына зона семинар-практикумы үтте
«Мәктәпкәсә донъя. Төбәк 02» темаһына зона семинар-практикумы үтте

2026 йыл Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы тарафынан Мәктәпкәсә белем биреү йылы тип иғлан ителә.

Ошоға бәйле Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы РФ Халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, БР Мәғарифты үҫтереү институты булышлығында мәғариф идаралығы белгестәре, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары етәкселәре  һәм педагогик хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында «Мәктәпкәсә донъя. Төбәк 02» темаһына зона семинар-практикумдары үткәрә.

Бәләбәйгә зона семинарына Октябрьский, Бәләбәй, Баҡалы, Бишбүләк, Бүздәк, Йәрмәкәй,  Туймазы һәм Шаран райондарының мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары вәкилдәре килде.

Бәләбәй районының мәктәпкәсә белем биреү бүлеге начальнигы Ирина Довганюк һүҙҙәренсә, педагогик семинар эше эшлекле һәм ихлас шарттарҙа үтте. Бәләбәйҙең мәктәпкәсә белем биреү педагогтары сираттағы тапҡыр һөнәрилеккә имтихан тапшырҙы.

Елена Петрова фотолары

«Мәктәпкәсә донъя. Төбәк 02» темаһына зона семинар-практикумы үтте
«Мәктәпкәсә донъя. Төбәк 02» темаһына зона семинар-практикумы үтте
«Мәктәпкәсә донъя. Төбәк 02» темаһына зона семинар-практикумы үтте
«Мәктәпкәсә донъя. Төбәк 02» темаһына зона семинар-практикумы үтте
«Мәктәпкәсә донъя. Төбәк 02» темаһына зона семинар-практикумы үтте
«Мәктәпкәсә донъя. Төбәк 02» темаһына зона семинар-практикумы үтте
«Мәктәпкәсә донъя. Төбәк 02» темаһына зона семинар-практикумы үтте
«Мәктәпкәсә донъя. Төбәк 02» темаһына зона семинар-практикумы үтте
«Мәктәпкәсә донъя. Төбәк 02» темаһына зона семинар-практикумы үтте
Автор:Любовь Иванова
Читайте нас