Мәғариф
7 Мая , 07:00

Студенттар һәм уҡыусылар «Уңышҡа үҙ юлым»ды эҙләй

Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» паркында «Уңышҡа табан үҙ юлым» фестивале үтте, ул «Үҫеш биләмәһе» һәм «Смарт-Тау» форумдарын берләштерҙе. Сарала һәләтле уҡыусылар һәм студенттар, шул иҫәптән Бәләбәй районынан уҡыусылар ҡатнашты.

Студенттар һәм уҡыусылар «Уңышҡа үҙ юлым»ды эҙләйСтуденттар һәм уҡыусылар «Уңышҡа үҙ юлым»ды эҙләй
Студенттар һәм уҡыусылар «Уңышҡа үҙ юлым»ды эҙләй

Йыл дауамында Бәләбәйҙең Социаль үҫеш идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Ләйсән Зарипова етәкселегендәге командаһы «Үҫеш биләмәһе. Хәрәкәт командаһы» проектында актив булды. Уҙған «Үҫеш биләмәһе» форумында команданың амбассадорҙары Эвелина Низамова һәм лидер Эвелина Миңлеғәлиева ҡатнаштылар.

Өс көн буйына балалар белем кимәлен камиллаштырҙы, проекттарҙы яҡлауға әҙерләнде, эксперттар менән эшләне. 2025-2026 йылдар осорона амбассадорҙарҙың әүҙемлек индексы йомғаҡтары буйынса Эвелина Низамова икенсе урын алды. Уға награданы «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова тапшырҙы.

Шулай уҡ «Смарт-Тау» форумында Бәләбәй медицина колледжы командаһы Рәсәй халыҡтары спортына һәм мәҙәни төрлөлөгөнә арналған ике проект тәҡдим итте.

Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа эштәрен уңышлы яҡланы һәм хәҙер һөҙөмтәләрҙең иғлан ителеүен көтә.

Фотолар: уҡыусы ҡыҙҙар архивынан

Студенттар һәм уҡыусылар «Уңышҡа үҙ юлым»ды эҙләй
Студенттар һәм уҡыусылар «Уңышҡа үҙ юлым»ды эҙләй
Студенттар һәм уҡыусылар «Уңышҡа үҙ юлым»ды эҙләй
Студенттар һәм уҡыусылар «Уңышҡа үҙ юлым»ды эҙләй
Автор:Алһыу Фәйезова әҙерләне
Читайте нас