Мәғариф
11 Мая , 05:00

Бәләбәй таланттары наградалар менән билдәләнде

«Торатау» конгресс-холында гала-концерт үтте, унда «Студент яҙы» төбәк фестивале еңеүселәре бүләкләнде. Лауреаттар иҫәбенә Бәләбәй студенттары ла инде.

Бәләбәй таланттары наградалар менән билдәләндеБәләбәй таланттары наградалар менән билдәләнде
Бәләбәй таланттары наградалар менән билдәләнде

Гуманитар-техник колледждың намыҫын Константин Гаврилюк һәм Татьяна Ятманова яҡлаған. Константин театр йүнәлешендә «Шиғриәт» номинацияһында - 1-се дәрәжә лауреат, Татьяна үҙ сиратында «Арт» йүнәлешендә «График дизайн» номинацияһында 3-сө дәрәжә лауреат исемен яулаған.

Шулай уҡ театр йүнәлешендәге «Шиғриәт» номинацияһында механикалаштырыу һәм электрлаштырыу колледжы студенты Глеб Евграфов 2-се дәрәжә лауреат исеме алған.

- Бәләбәйҙән өс егет ҡатнаштыҡ. Ижадыбыҙҙың шул тиклем юғары баһаланғанын аңлау бик ҡыуаныслы. Киләһе йылда мотлаҡ «Студент яҙы»нда мотлаҡ ҡатнашасаҡмын һәм ағымдағы һөҙөмтәне уҙып китергә тырышасаҡмын, – тип уртаҡлашты Глеб.

Фотолар студенттар тарафынан бирелгән

Бәләбәй таланттары наградалар менән билдәләнде
Бәләбәй таланттары наградалар менән билдәләнде
Бәләбәй таланттары наградалар менән билдәләнде
Автор:Алһыу Фәйезова
Читайте нас