Мәғариф
11 Мая , 05:00

Уҡытыусыларға берҙәм һәм төп дәүләт имтихандарында эшләгән өсөн аҡса түләнә

Уҡытыусыларҙың төп һәм һынау имтихандарын үткәреүҙә ҡатнашыуы уларҙың туранан-тура бурысына инмәй. Был өҫтәмә эш тип иҫәпләнә.

Уҡытыусыларға берҙәм һәм төп дәүләт имтихандарында эшләгән өсөн аҡса түләнәУҡытыусыларға берҙәм һәм төп дәүләт имтихандарында эшләгән өсөн аҡса түләнә
Уҡытыусыларға берҙәм һәм төп дәүләт имтихандарында эшләгән өсөн аҡса түләнә

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы тәҡдименә ярашлы, Берҙәм дәүләт имтиханын һәм Төп дәүләт имтиханын үткәреүгә йәлеп ителгән педагогтар өҫтәмә аҡса алырға тейеш. Түләүҙәрҙең күләмен төбәк властары (шул иҫәптән Башҡортостан) билдәләй.

Уҡытыусыларҙы имтихандарға түбәндәге шарттар үтәлгән осраҡта ғына йәлеп итергә мөмкин: уларҙың яҙма ризалығы, түләү күләмен һәм тәртибен алдан билдәләргә кәрәк, тип хәбәр итте ТАСС ведомствоға һылтанма менән.

Автор:
Читайте нас