

Ай дауамында уның майҙансығында Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Башҡорт дәүләт медицина университетының "Дөрөҫ хәл ит!" социаль проектлау Академияһы эшләне.
— Бөгөн фән һәм технологиялар ныҡ үҫешкән заманда йәшәйбеҙ, ә был йәш быуын өсөн уникаль шарттар булдыра. Хәҙер мәктәп уҡыусылары профессиональ үҫеш йүнәлешен һайлауҙа ҙур азатлыҡҡа эйә. Улар өсөн биотехнология, биоинформатика, биоинженерия, генетика, биофизика, биохимия кеүек инновацион һәм дисциплина-ара өлкәләрҙә эшләү өсөн перспективалар асыла. Беҙ уларҙың башланғыстарында ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙер, университет майҙансығында үҙҙәренең һәләттәрен үҫтерергә мөмкинлек бирәбеҙ, - ти БДМУ ректоры, Рәсәй фәндәр академияһы академигы, профессор Валентин Павлов.
Ҡатнашыусылар лекция ғына тыңлап ҡалманы, ә тулыһынса проект эшмәкәрлегенә сумды.
Программа кампус буйлап экскурсиянан башлана. Малай-ҡыҙҙар заманса лабораторияларҙа, ижади киңлектәрҙә булды, был уларға университет мөхитен тойоу мөмкинлеген бирҙе. Ижади потенциалды асыу буйынса тренингыларҙа уҡыусылар ихата, мәктәп, төбәк кимәлендәге проблемаларҙы хәл итергә яуаплылыҡ алырға әҙер булған командаларға тупланды.
Уҡыу аудитор күнекмәләр менән генә сикләнмәне. Социаль хеҙмәткәрҙәр көнөнә кампуста тематик квиз үтте, унда ҡатнашыусылар "именлек картаһы"н булдырҙы.
Шулай уҡ йәштәр "Доброүҙәк"тә булып, иң якшы ирекмәнлек тәжрибәләре менән танышты.
Ирекмәндәр ассоциацияһы менән бергә уҡыусылар "Рәсәй триколоры" акцияһында һәм Ирекмәнлек ойошмалары слетында ҡатнашты.
Экология, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт һәм ирекмәнлек йүнәлештәре буйынса социаль инициативаларҙы презентациялау программаның һөҙөмтәһе булды.
Һәр эш практик әһәмиәткә, маҡсатлы аудиторияға һәм ресурс картаһына эйә ине. Проекттарҙың кимәле социаль яҡтан әһәмиәтле ҡарарҙар ҡабул итеүҙә йәш буйынса сик булмауын күрһәтте.
Башҡорт дәүләт медицина университеты һәр ваҡыттағыса социаль үҫеште һәм инклюзив белем биреүҙе үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлә.
Уҡыу йортонда "Дөрөҫ хәл ит!" академияһы, профилле мәғариф программалары тормошҡа ашырыла, сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыуға йүнәлтелгән проекттар булдырыла.
Белешмә:
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға илдә 25 кампус буласаҡ, тип планлаштырыла. Был йүнәлеш буйынса эште РФ Хөкүмәте һәм Рәсәй Фән һәм мәғариф министрлығы алып бара. Әлеге мәлдә "Йәштәр һәм балалар" милли проекты ярҙамында 24 ошондай студент ҡаласығы төҙөлә.