

Сәфәр барышында беренсе курс студенттары подстанция эшенең төп элементтарын өйрәнде. Фельдшер Гөлфиә Захарова сменаға инеү тәртибе, саҡырыуҙарҙы ҡабул итеү һәм бүлеү процедураһы, шулай уҡ тултырыр4а тейешле документтар тураһында һөйләне. Подстанцияның көнкүреш шарттарына һәм ашығыс ярҙам автомобилдәрен йыһазландырыуға айырым иғтибар бүленде: студенттарға ҡорамалдар, шул иҫәптән дефибриллятор, носилкалар, йөрәк-үпкә реанимацияһы өсөн йыйылмалар һәм башҡа әйберҙәр күрһәтелде.
Экскурсия ашығыс ярҙам хеҙмәтенең эш алгоритмдарының нисек ғәмәлгә ашырылыуын күрергә мөмкинлек бирҙе. Уҡыусылар яйға һалынған команда эшенең әһәмиәтен, инструкцияларҙы аныҡ үтәүҙе һәм белгестәрҙең шәхси яуаплылығын баһалай алды.
Подстанцияға килеү йомғаҡтары буйынса студенттар һайлаған һөнәр менән ҡыҙыҡһыныуын раҫланы һәм алған тәжрибәһенең әһәмиәтен билдәләне.
Фотолар: БМК