

Форум программаһы юғары класс уҡыусыларына буласаҡ һөнәрҙәрен һайлауға яҡынайырға ярҙам иткән. Мәҫәлән, Эмилия профтест үткән, бизнес-уйындарҙа, ораторлыҡ сәнғәте буйынса тренингтарҙа һәм үҙәктең заманса лабораторияларына экскурсияларҙа ҡатнашҡан. Шулай уҡ кино күрһәтеүҙәр һәм команда күнекмәләрен үҫтереү буйынса сессиялар әүҙемлек иҫәбендә булған.
«Был көндәр бер тында үтте, форум ысынлап та ҡыҙыҡлы булды. Беҙ һәр ваҡыт хәрәкәттә булдыҡ, һәр береһе хәтерҙә ҡалған урындар араһында күсеп йөрөнөк. Яңы дуҫтар менән танышып, үҙемде проекттарҙы яҡлауҙа һынап ҡарау бәхетенә ирештем. Был файҙалы тәжрибә булды, мин үҙ көсөмә хәҙер нығыраҡ ышанам», – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Эмилия Назарова.
Эмилия Назарованың фотолары