

24 июлдә проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Йондоҙсоҡ» 2-се балалар баҡсаһы педагогтары һәм тәрбиәләнеүселәре ойошторған «Йылмайыу бүләк ит» оҫталыҡ дәресе үтте.
Сараның төп үҙенсәлеге булып мәктәпкәсә йәштәге ирекмәндәрҙең һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн ижади дәрес үткәреүе торҙо.
заманса ҡорамал 3D-ручкалар ярҙамында эшләүгә айырыуса иғтибар бүленде. Был инновацион инструмент оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусыларҙың бөтәһендә лә ҡыҙыҡһыныу уятты.
Балалар баҡсаһы ирекмәндәре һәр ҡатнашыусыға иғтибар һәм хәстәрлек күрһәтте, үҙ оҫталыҡтары менән уртаҡлашты һәм ижади башланғыстарҙа ярҙам итте. Уҡытыусылар шулай уҡ процеста әүҙем ҡатнашты, йәш оҫталарға йүнәлтмә биреп, рухландырып торҙо.
Проект етәксеһе, балалар баҡсаһы мөдире Наталья Ғәлиева һәм учреждениеның әүҙем педагогтар командаһы билдәләүенсә, бындай осрашыуҙар балаларға яҡындары хаҡында хәстәрлек күрергә, ижади һәләттәрен үҫтерергә һәм мөһим социаль күнекмәләрҙе формалаштырырға ярҙам итә. Проект «Беренселәр хәрәкәте» ярҙамында эшен дауам итә, балаларҙың ижади үҫешенә яңы мөмкинлектәр аса.
Ойоштороусыларҙың пландарында – махсус ихтыяжлы балаларға ярҙам итеүгә һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән яңы оҫталыҡ дәрестәре һәм ижади осрашыуҙар үткәреү.
#ДвижениеПервых #ГрантыПервых #ДобрыеЛадошкиЗвездочки2
Фотолар балалар баҡсаһынан