Мәғариф
31 Июля , 07:00

Әҙерлекте тикшерәсәктәр

Яңы уҡыу йылы башланырға бер ай ғына ваҡыт ҡалды.

Әҙерлекте тикшерәсәктәрӘҙерлекте тикшерәсәктәр
Әҙерлекте тикшерәсәктәр

3-12 августа Бәләбәй районында белем биреү ойошмаларының яңы 2026-2026 уҡыу йылына әҙерлеген тикшерәләр. Тейешле ҡарарға МР хакимиәтендә ҡул ҡуйылған.

Әҙерлекте объектив баһалау өсөн Муниципаль-ара комиссия ойошторолдо, уның составына район һәм ҡала муниципалитеттары, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса идаралығы вәкилдәре, мәғариф идаралығы начальнигы һәм уның структур бүлексәләре етәкселәре инде.

Комиссияның бурысы – мәктәптәрҙе, балалар баҡсаларын һәм колледждарҙы янғын һәм террорға ҡаршы хәүефһеҙлек, санитар-эпидемиологик, гигиена, медицина тәьминәте талаптарына тап килеүен, балаларҙы уҡытыу һәм тәрбиәләү өсөн шарттарҙың сифатын тикшереү.

Сараларҙың төп маҡсаты – 1 сентябрҙә бөтә белем биреү ойошмалары уҡыу йылын имен башлай алһын, уҡыусыларҙың һаулығына һәм ғүмеренә хәүеф янамаһын өсөн уңайлы шарттар булдырыу.

Фотолар «БИ» архивынан

 

Әҙерлекте тикшерәсәктәр
Әҙерлекте тикшерәсәктәр
Әҙерлекте тикшерәсәктәр
Әҙерлекте тикшерәсәктәр
Автор:Светлана Шириня
Читайте нас