

Йәш спортсылар өсөн был ваҡиға яңы асыш булды. Уларҙың ҡайһы берҙәре команда капитаны ролен тәүге тапҡыр үҙҙәрендә һынап ҡараны, коллектив ярыштарҙа ҡатнашыуҙан еңеү тәмен һәм шатлыҡ тойҙо. Кемдер үҙендә яңы таланттар асты, кемдер бығаса булған һәләттәрен нығытты.
Байрам балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе лә берләштерҙе. Ата-әсәләр һәм тәрбиәселәр спортсыларға ихлас ярҙам итте, һәр ҡаҙанышты алҡышланы һәм сабыйҙары менән бергә уларҙың кескәй еңеүҙәренә ҡыуанды.
Спорт – ул рекордтарға юл ғына түгел, ә хәрәкәттән ләззәт алыу, үҙеңә ышаныс һәм тирә-йүндәгеләрҙең ярҙамын тойоу мөмкинлеге лә, тип ышана сараны ойоштороусылар.
Фотолар: «Мираҫ» учреждениеһы