

Был Алланың тәүге ҙур ҡаҙанышы түгел: былтыр ул конкурс лауреаты булғайны һәм сменаны билдәле «Артек» лагерында үткәрҙе.
5-7 класс уҡыусылары араһында «Оло тәнәфес» финалы 29 июлдән 4 авгусҡа тиклем Красноярскиҙа үтте. Программала команда уйындары, оҫталыҡ дәрестәре һәм эстафеталар ҡаралған. Финалда ҡатнашыусыларҙың Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин менән осрашыуы төп ваҡиға булды. Дәүләт башлығы балаларҙы ҡотлап, конкурстың үҙаллылыҡты үҫтереү һәм таланттарҙы асыу майҙансығы булараҡ әһәмиәтен билдәләп, остаздарға рәхмәт әйтте.
Конкурс финалында бөтә илдән йәмғеһе 800 һәләтле уҡыусы ҡатнашты. Республиканан 13 финалсының 9-ы еңеүсе булды, улар араһында беҙҙең Аллабыҙ ҙа бар.
Быйылғы йылдың төп бүләге – «Хыял сәйәхәте»: августа илдең иң яҡшы 300 уҡыусыһы поезда Мәскәүҙән Владивостокка тиклем бөтә Рәсәй буйлап сәфәргә сыға
Фотолар: А. Никулина