

Бөтә нәмәне: биналарҙың һәм биләмәләрҙең санитар торошон, йылытыу һәм һыу менән тәьмин итеү системаларының эшен, туҡланыу блоктарының һәм спорт залдарының әҙерлеген тикшерәләр. Янғынға һәм террорға ҡаршы хәүефһеҙлекте махсус ҡарайҙар – бында компромистар булырға тейеш түгел. Комиссияның күҙ уңында – 47 белем биреү ойошмаһы. Тикшереүселәр составында – мәғариф идаралығы, хакимиәт, күҙәтеү хеҙмәттәре һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре.
«Бәләбәй хәбәрҙәре» хәбәрселәре комиссия менән бергә бер нисә учреждениеға инеп сыҡты. Мәҫәлән, Татар гимназияһында төп эштәр алда әле, ләкин ҡайһы бер эштәр башҡарылған да инде. Директор Эльвира Хәкимуллина әйтеүенсә, белем биреү учреждениеһы ППМИ конкурсында еңеп сыҡҡан: 1 сентябргә тиклем бында 43 тәҙрә блогы алмаштырыласаҡ – быға 2 миллион һум самаһы аҡса китәсәк. Бынан тыш, янғын күҙәтеүе талабы буйынса стеналар төҙөкләндерелгән һәм санузелдарҙағы раковиналар яңыртылған.
Мәғариф идаралығының тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре бүлеге начальнигы Нәзим Ҡадиров гимназияның спорт майҙансығын билдәләне – уның торошон өлгөлө тип атаны. Майҙансыҡтағы тәртипте физкультура уҡытыусыһы Азат Ғүмәров күҙәтә: уның өсөн киңлектең матурҙан тыш, хәүефһеҙ булыуы мөһим.
Бәләбәй медицина колледжында ла ҡабул итеүгә ентекле әҙерләнгәндәре һиҙелә. Бинала һәм биләмәлә тәртип: түбәләр һәм стеналар буялған, бөтә нәмә йыуылған. Директор Радмир Хәйруллин яңы компьютерҙар һәм ноутбуктар торған ике кабинетты күрһәтте. Бер нисә аудиторияла яңы парталар ҡуйылған. Шуның менән бергә комиссия иҫке ҡорамалдарҙың да, йыһаздарҙың да яҡшы торошта һаҡланыуын билдәләне.
Мәғариф идаралығы начальнигы урынбаҫары Лилиә Дутова уларға яҡынса йомғаҡ яһаны: «Татар гимназияһы һәм медицина колледжы коллективтарының эше менән ҡәнәғәтбеҙ. Уҡытыусылар һәм хеҙмәткәрҙәр ысынлап та күп көс һала, уҡыу йылы башына учреждениеларҙы әҙерләүен дауам итә. Комиссия объекттарҙың бер өлөшөн баһаланы ла инде, һәм әлегә етди дәғүәләр юҡ».
Ә алда әле байтаҡ эштәр тора – 1 сентябргә тиклем бөтә эштәрҙе тамамлап өлгөрөргә кәрәк. Бәләбәй районының белем биреү учреждениеларында яңы уҡыу йылында балалар һәм педагогтар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылһын өсөн барыһын да эшләйҙәр.
Авторҙың һәм Елена Петрованың фотолары