Мәғариф
13 Август , 04:00

Бәләбәй мәктәбе директоры баш ҡала форумында ҡатнаша

Бәләбәй ҡалаһының 17-се мәктәбе директоры Ольга Чумаченко мәктәп директорҙарының Мәскәүҙә үтәсәк беренсе форумына һайланды.

Бәләбәй мәктәбе директоры баш ҡала форумында ҡатнашаБәләбәй мәктәбе директоры баш ҡала форумында ҡатнаша
Бәләбәй мәктәбе директоры баш ҡала форумында ҡатнаша

Бөтә илдең белем биреү ойошмалары етәкселәренән 5 000 ғариза килгән, ә форумға 300 директор ғына саҡырыу алған, улар араһында Ольга Александровна ла бар.

Һайлап алғанда эксперттар кандидаттарҙың профессиональ компетенциялары кимәлен һәм уларҙың идара итеү практикаларының үҙенсәлеген баһалаған.

– Бер нисә йыл инде мине «Йыл директоры» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу идеяһы ҡалдырмай, ләкин әлегә ҡыймайым. Был конкурс тураһында мәғлүмәт баҫылған берләшмәлә мәктәп директорҙарының беренсе форумы планлаштырылыуы тураһында белдем. Ҡыҙыҡтым. Рәсәй мөмкинлектәр иле платформаһында теркәлеү, күп һынауҙар үттем һәм видеовизитка яҙҙырҙым, унда үҙемдең идара итеү практикаһын тәҡдим иттем. Һуңыраҡ миңә һайлау үткәнемде яҙҙылар. Дөрөҫөн әйткәндә, әйтеп бөтөргөһөҙ шатмын, – тип уртаҡлашты Ольга Чумаченко.

Сара Рәсәйҙең баш ҡалаһында 30 сентябрҙән 2 октябргә тиклем уҙа. Сара РФ Мәғариф министрлығы ярҙамында «Директорҙар клубы» проекты сиктәрендә ойошторола. Форумда ҡатнашыусылар белем биреү сессияларын һәм етәкселәрҙең профессиональ берләшмәһен үҫтереү тураһында фекер алышыуҙарҙы үтә аласаҡ. Дөйөм белем биреү системаһының көнүҙәк мәсьәләләре һәм уларҙы хәл итеү юлдары тикшереләсәк. Мәғариф өлкәһендәге алдынғы эксперттарҙың сығыштарын тыңлаясаҡтар һәм мәҙәни сараларҙа, шул иҫәптән Дәүләт Кремль һарайында уҡытыусылар көнөнә арналған байрам концертында ҡатнашасаҡтар.

Фотола: О. А. Чумаченко

 

Автор:Алһыу Фәйезова
Читайте нас